Jump to content

Алтын себеш(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Алтын себеш ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Алтын себеш


 Май айының аҙаҡтарында Салауат өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа барҙы. Бер үҙе генә түгел инде, әлбиттә. Атаһы, әсәһе менән. Ҡайҙа инде яңғыҙын поезға ултыртып ебәреү?! «Бәләкәйһең әле», — тиҙәр...
Ай, Салауат ни күрһен: йәшкелт-һары ҡаҙ бәпкәләре ихаталағы йәм-йәшел үләнде сүпләп йөрөй. Суҡыштары менән өҙөп ашайҙар-ашайҙар ҙа йүгереп килеп һыу әсәләр. Матурлыҡҡайҙары, хәс тә уйынсыҡтар. Ә үҙҙәре тере, теремек! Уларҙан бер көн дә айырылманы Салауат. Бәпкәләр өсөн шишмәнән һыу ташып, уны ҡояшта йылытып эсерҙе. Өләсәһе ҡушҡанса, кесерткән япраҡтары ла өҙөп бирҙе. Йомортҡа ла бешереп ашатты. «Алтынҡайҙарым», — тип ҡулдарына алып һөйҙө бәпкәләрҙе Салауат.
Уф, ҡалаға һис ҡайтҡыһы килмәй уның. Атаһы менән әсәһе: «Ваҡыт юҡ та, ваҡыт юҡ», — ти. Нимә булалыр шул ваҡыт тигәндәре? һатып алып булмаймы икән ни шуны күп итеп, бөтмәҫлек итеп?
Нишләһен инде Салауат, илай-илай ҡайтып китте ҡалаға.
Сентябрь баштарында тағы ауылға барҙылар. Салауат өйгә лә инеп тормаҫтан ҡаҙ бәпкәләрен ихатанан эҙләргә тотондо. Юҡ, бер ҡайҙа ла юҡ йомшаҡҡайҙар, матурҡайҙар! Салауат илап ебәрҙе:
— Өләсәй, өләсәй, минең бәпкәләрем ҡай- ҙа-а-а? 
Өләсәһенең бер ҙә иҫе китмәй:
— Бәпесем, иламай тор әле, хәҙер аңлатам.
— Берәй ергә йәшереп ҡуйҙығыҙмы әллә?
— Юҡ та инде, тыныслан.
— һатып ебәрҙегеҙме ни, өләсәй?
— Балам, кис булғанды көт инде, йәме. Ҡайта улар төнгә табан.
— Юҡ, көтмәйем!
Әйҙә һуң, улай бик тә тыпырсынғас, Танып буйына киттек.
Салауат осто ғына. Өләсәһе, ах та ух килеп, уның артынан йүгерә-атлай барҙы. 
Йылғала теҙелешеп ҡаҙҙар йөҙөп йөрөй ине.
— Ана, һинең «тәтәйҙәрең», бәпесем, — тип, өләсәһе бер көтөү ҡаҙҙарға күрһәтте.
— Юҡ, алдайһың, өләсәй! Улар түгел!
Өләсәһе Салауатты ҡосаҡлап алды:
— Эй балам, ваҡыт тиҙ үтә шул.
Салауат һаман ышанманы.
— Ваҡыт та ваҡыт, тиһегеҙ. Нимә һуң ул? Минең бәпкәләремде ҡайҙа ҡуйған шул яуыз ваҡыт?
— Бәпкәләрең ҡаҙ булып үҫте, улым. Бына һин дә бәпкә кеүек кенәһең әле, бәпесем. Егет булып буй еткерерһең. Ваҡыт ул бер ҙә яман түгел.
— Донъяла иң көслөһө ваҡытмы ни, өләсәй!
— Эйе, шулай!
— Әкиәттәге батша кеүекме ни һуң ул?
— Ул кеше түгел, балам. Әммә кешенән көслөрәк. Бәләкәйҙән уның ҡәҙерен белергә кәрәк!
— Мин уны күргәнем юҡ бит, нисек ҡәҙерен беләйем?
— Ярай, балам, әйҙә, ҡаҙҙарҙы төнгөлөккә алып ҡайтайыҡ, — тип, өләсәһе һүҙҙе икенсегә борҙо. — Башыңды ҡатырма, йәме. Ваҡыт үҙе күрһәтер һиңә көсөн.

 


2009 йыл