«Быйыл яҙ һуң килде», — ти әсәйем. Йәйге каникул да етте. Ә кәртә-ҡураларҙы баҫып киткән ташҡын яңы ҡайта башланы. Хәйер, күршем Сәлихкә ташҡын ни ҙә, көндәрҙең һыуыҡлығы ни?! һыу буйынан ҡайтмай ул. Оҙон ҡармаҡ сыбығын һығылдыра-бөгөлдөрә Сәрмәсәнгә китеүен күреп кенә ҡалаһың. Унан ҡасан ҡайталыр ҙа, ҡасан йоҡларға яталыр? Күрше генә йәшәп, мин дә белмәйем.
Беҙ Сәлих менән мәктәпкә уҡырға төшмәҫ элек Сәрмәсәндең һай ғына ҡомло яр ситендә яулыҡ менән балыҡ һөҙә торғайныҡ. Әсәйемдән бер ваҡыт эләкте шуның өсөн. Ҙур француз яулығын һорамай ғына алып киткәйнем.
— Эй балаҡайым, өр-яңы әйберҙе батҡаҡҡа бутағанһың, — тип әрләне.
Башта ҡыйын булғайны ла... Әсәйемә быныҺынан да шәберәк яулыҡ алып бирергә үҙ-үҙемә Һүҙ биргәс, әллә ни көйөнмәнем.
Быйыл икенсе класты тамамланыҡ беҙ Сәлих менән, тик хәҙер мин балыҡҡа йөрөмәйем.
Йәлләйем уларҙы. Алабуға, сабаҡ, тағы әллә нисәмә төрлө селбәрәләрҙең үтә күренмәле һыу төбөндә ялт-йолт килеп уйнауҙарын баҫманан ҡарап торорға яратам. Ем һипһәң, эй өймәкләшеп уйнайҙар. Үҙҙәренсә ҡыуанышалар инде. Уларға нисек ҡармаҡ һалмаҡ кәрәк, ти? Бәләкәй сағымда Сәлих менән шул балыҡтарҙы һөҙөп йөрөүемә үкенеп бөтә алмайым әле.
...Иртән бит йыуырға тип солан тупһаһына сығып баҫҡайным, Сәлихтең сәрелдәк тауышын ишетеп һиҫкәнеп киттем:
— Асия, Асия, беҙҙең ҡураға әллә берәҙәк бесәй эйәләшкән инде? Бер-ике балыҡты, епкә теҙеп, киптерергә ҡояш битенә ҡуйғайным. Бөгөн тороп ҡараһам — елдәр иҫкән...
— Яҡшы булған. Әҙерәк үҫәйек әле тип Сәрмәсәнгә киткәндәрҙер улар... — Бөтә үпкәмде бер юлы әйтеп һалырға теләп: — Алама малай һин, — тинем. — Тотаһың да Сәрмәсән буйына йүгерәһең. Әллә йылғалағы балыҡтарҙы ҡоротоп бөтөрөргә уйлайһыңмы?
Сәлих нимәлер әйтмәксе булғайны ла, мотоцикл тауышы ишетелде. Ел ҡапҡа шапылдап ябылыуға, шәп-шәп атлап, Тимерйән ағай килеп инде.
— Йоҡосоларға сәләм! — Ул уң ҡулы менән фуражкаһын ҡалҡытып ҡуйҙы. — Атайың өйҙәме, Асия?
— Эшкә киткән, ахырыһы...
Тимерйән ағай көн дә иртән беҙгә йомош менән инеп сыға.
— Ә-ә, зәңгәр күҙ, һары баш, һин дә бындамы ни? — Тимерйән ағай, Сәлихте осратҡанға
ҡыуанған кеүек, ҡытҡылдап көлөп ҡуйҙы. — Күрмәһәм, бер рәхмәттән мәхрүм йөрөр инең әле. Балығың өсөн рәхмәт! Кисә Өфөнән теге Рәхимйән ағайым машинаһында ҡайтҡайны. «Балыҡҡа барайыҡ та балыҡҡа барайыҡ», — ти. Миндә шуның ҡайғыһымы? Ә теге өҙмәй ҙә ҡуймай. Сәрмәсән балығын танһыҡлаған. Ни эшләргә?
«Былай ҙа табырмын!» Тоттом да һеҙгә йүгерҙем. Килһәм, өйөгөҙ бикле. Эй, мин әйтәм, Сәлих, һорамай алһам да, үпкәләмәҫ. Рәхмәтен аҙаҡ әйтермен, тинем.
«Был кипкән нәмә менән ни эшләйем мин?» — тигән була Рәхимйән ағай. «Балыҡ тигән исеме булғас, ярамаймы?» — тинем дә иптәштәрем янына саптым...
Әйҙә, Сәлих, шуның өсөн һине мотоциклда ғына һыу буйына илтеп ҡуяйым. Юл ыңғайы...
Сәлихтең ни тип әйтерен дә көтмәй, Тимерйән ағай ҡырт боролдо да мотоциклына табан китте. Күршем, ҡармаҡ сыбығын бәүелтеп, уның артынан эйәрҙе.
...Көтөү ҡайтып, эңер ҡуйырғас, Тимерйән ағайҙың мотоциклы, урамды шаулатып, Сәлихтәрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Мотоциклын Һүндермәҫтән, Тимерйән ағай һөрәнләп тә
ебәрҙе:
— Эй зәңгәр күҙ, сыҡ әле бында!
Тимерйән ағай ниңә килгән икән тип, Сәлих менән иртәнге үпкәләшеүҙе лә онотоп, мин дә күршебеҙгә йүгерҙем.
Сәлих тупһанан яуапланы:
— Ни булды, Тимерйән ағай?
— Рәхмәт төшкөрө, ҡустым, һинең өсөн генә балыҡ яуҙырттырҙым бит.
— Ҡуй, ағай, шаяртма!
— Ысын-ысын. Мин әйтәм тылсымлы болотҡа: Сәлих — яҡшы малай, интегеп һыу буйында йөрөмәһен, ямғыр итеп яуҙырт әле уға балыҡты!
Сәлих, Тимерйән ағай нимә уйлап сығарҙы икән, тип һүҙен бүлдерергә ҡыйманы. Ауыҙындағы икмәген дә йотмай, уға текләп торҙо.
— Ышанмаһаң, киттек беҙҙең картуф баҡсаһына. Баҡсабыҙ әкиәт күленә әйләнгән: төбөндә алтын балыҡтар йөҙә, өҫтөндә — аҡҡоштар. Тирә-яғында роза сәскәләре хуш еҫ тарата. Бөтәһе лә һинең өсөн!
Тимерйән ағай унан миңә өндәште:
— Нимә, алтын сәс, һин дә ағайың әкиәт һөйләй, тип уйлайһыңмы?
Тимерйән ағайҙарҙың картуф баҡсаһы әкиәттәге күлгә әйләнеүен әйләнмәгән, шулай ҙа, ташҡын ҡайтҡас, ҡайһы бер ерҙәренә һыу йыйылып ҡалған. Беҙ Сәлих менән бата-сума шунда инеп киттек. Тимерйән ағай рәхәтләнеп көлә:
— Әйттем бит мин һеҙгә, әйттем бит!..
Болғансыҡ һыуҙа ваҡ балыҡ мыжғый. Аяҡты ҡытыҡлап-ҡытыҡлап та алалар. Сәрмәсәндән бүленеп ҡалған, бахырҡайҙар. Тимерйән ағайға нимә, һаман һөйләүен белә:
— Күнәкләп ташы өйөңә! Киптерһәң дә, ҡурһаң да бөтөрлөк түгел. Ҡана, тоҡ килтерәйем әле...
Сәлих ярһып китте:
— Кит әле, ағай, шаяртма! Күрмәйһеңме, балыҡтар тонсоғоп бара. Ҡыҙғанмайһыңмы ни аҙыраҡ уларҙы?
Ул шунда уҡ өйҙәренә йүгерҙе. Тимерйән ағай:
— Эй, теләһә ни эшләгеҙ ҙә шул бармаҡ башындай балығығыҙ менән, — тине лә өйҙәренә инеп китте.
Мин Сәлих артынан ашыҡтым. Ул ҡапҡанан сығып килә ине инде. Атаһының иҫке йылым селтәрен өҫтөрәгән.
Беҙ Сәлих менән күләүекте һөҙә башланыҡ. Яңы ҡалҡҡан ай яҡтыһында йылтырап һикерешкән сабаҡ, алабуғаларҙы күнәктәргә тултырып, Сәрмәсәнгә илтеп ебәрәбеҙ. Лысма һыу булдыҡ.
Үҙем йылға менән күләүек араһында йүгерәм, үҙем Сәлихте күҙәтәм. Ҡомһоҙ балыҡсыға һис тә оҡшамаған да баһа ул! Йылымдан төшөп ҡалған балыҡтарҙы тотоп ала ла, берәй ерен ауырттырып ҡуймайым тигәндәй, күнәккә һаҡ ҡына Һала. Иртән Сәлихкә ҡаты бәрелеүемә үкенеп тә куйҙым. «Балыҡтарҙы нығыраҡ өйрәнер өсөн Сәрмәсәнгә көн һайын йөрөйҙөр ул, моғайын», — тип уйланым эстән.
Сәрмәсән менән картуф баҡсаһы араһында сабышҡанды күреп, Тимерйән ағай ҙа сыҡты:
— Беҙҙең күлде ниңә Сәрмәсәнгә бушатаһығыҙ?
— Балыҡтар картуф араһында йәшәргә теләмәй бит... — Сәлихтең шаяртып һүҙ һөйләргә лә хәле ҡалған икән әле.
Мин дә һүҙгә ҡушылдым:
Тимерйән ағай һеҙгә булышһа, рәхмәт әйтер инек үҙенә, ти бер алтын балыҡ.
Тимерйән ағай беҙ һөҙөп сығарған балыҡтарҙы ҡуш күнәкләп йылғаға ташый башланы. Өсәүләп тотонғас, эш «һә» тигәнсе бөттө.