Jump to content

Алдашам бит

From Wikisource
Алдашам бит (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (45-се бит) ISBN 5-295-03798-3


АЛДАШАМ БИТ


Алдашам бит,
Урын юҡ ул һиңә
Һөйөү генә тулы йөрәктә,
Һаҙағайҙар ғына, эңер төшкәс,
Йән өшөтөп балҡый йыраҡта.

Алдашам бит...
Һиңә генә тигән
Хис-йомғағым бөттө һүтелеп,
Йөрәккәйем, һаҙағайҙы түгел,
Көтә йәшен, ямғыр үтеүен...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.