Алдар батыр менән генерал
Батша үҙенең һарайына Алдар батырҙы иң яҡын ярҙамсыларының береһе итеп алған, ти. Алдар батыр көн дә батша янынан китешләй, уны көлдөрөп, күңелен асып йөрөгән. Бер көндө батша һуғыштан еңеү менән ҡайтҡан генералын бүләкләргә уйлаған. Был генералды Алдар батыр бик яратмаған булған. Батша бүләкләргә булғас, бигерәк тә күралмаған. Нисек тә булһа унан үс алырға уйлап йөрөгән Алдар. Шулай уйлай-уйлай йөрөһә, уңайы килеп тә тыуған.
Батша генералды үҙенә саҡыртып, уға бүләген тапшырмак була. Быны белеп ҡалған Алдар баҙарға барып, бер кәрзин йомортҡа һатып ала. Йомортҡаларын батша һарайына алып ҡайта. Кәрзинде батша бүлмәһенең ишек төбөнә ҡуя. Шунан үҙе сисенә лә шул кәрзин өҫтөнә менеп ултыра. Бер заман байрамса кейенгән әлеге генерал килеп инә. Ул инеү менән, Алдар батыр:
— Һеҙ ҡайҙа? Батша берәүҙе лә индерергә ҡушманы,—ти.— Мине ул үҙе саҡыртҡайны. Бар инеп әйтеп сыҡ,— ти генерал.
— Инер инем дә ул, инә алмайым шул,— ти Алдар.
Генерал аптырап китә.
— Ни өсөн?
— Мин бында нишләп ултыра тиһең? Себеш сығарып ултырам бит мин. Тороп китһәм, йомортҡалар һыуыныр ҙа серетке генә булып ҡалыр. Әгәр инде һеҙ минең урынға ултырып торһағыҙ, хәҙер инеп батшаға әйтеп сығар инем,— ти Алдар батыр.
Тиҙерәк бүләк алғыһы килгән генерал нимә эшләргә белмәй, башҡа сара тапмай, риза була. Тиҙ генә инәнән тыумаға ҡалып сисенде лә, ти, Алдар батыр урынына ултырҙы, ти. Алдар батыр яйлап ҡына кейенә лә батша янына инеп китә. Инә лә:
— Эй батшам,— ти,— теге батыр генералың бахыр булған бит. Үҙе бүләк алырға килгән, үҙенең иҫе дөрөҫ түгел,— ти. Батша:
— Нисек инде иҫе дөрөҫ түгел? — тип һораны, ти.
— Дөрөҫ түгел шул. Ышанмаһағыҙ, сығып ҡарағыҙ. Ул ишек төбөндә йомортҡа баҫып ултыра,— тип яуап бирә Алдар батыр, күҙен дә йоммай. Батша сығып ҡараһа, генералы, ысынлап та, яп-яланғас көйө йомортҡа баҫып ултыра, ти. Батшаны күргәс, генерал, нимә эшләргә белмәй, аптырап урынында тик ултыра, ти. Ҡарап-ҡарап торҙо ла, ти, батша:
— Ахмаҡ баш! Шул хәлеңдә бүләк алмаҡ булаһыңмы ни әле! — тип асыуланды ла генералды ҡыуҙы ла сығарҙы, ти.
Шулай итеп, Алдар батыр генералдан үсен алған.