Борон-борон заманда, ете диңгеҙ, ете тау, ете дала артындағы Уралиә тигән бер илдә йәшәгән, ти, ҡартайып бөткән Ҡарға. Уралиә ул шундай ил: унда йәй көнө тау итәктәре, болон-яландар шау сәскәгә күмелә, урман- туғайҙарҙа бал еҫе аңҡып тора, ә төндәрен ҡурай тигән бер үлән йыр йырлай. Былары йәй көнө була шул, ә ҡышын... Ҡышын үтә лә һыуыҡ була бында. Һыуыҡ тигәс тә, көн һайын түгел, ҡайһы саҡта ғына. Ә-ә-ә! Ошо Уралиәлә бер Ҡарға йәшәгән, тигәйнем бит әле. Йәй буйы рәхәт сигеп йәшәгән ошо Ҡарға, һыуыҡ төшкәс, үтә лә хафаға ҡала. Оя ҡорорға йыбана, ләкин йылыныу сараһын эҙләй башлай. Ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгәндә, күҙе бөркөт ояһына төшә. «Әһә,— тип уйлай ул,— шунда инәм дә ултырам. «Ҡар-р!»— тип ояға килеп ҡуныуы була, әсәһен көтөп ойоп ҡына ултырған бөркөт балаһы ҡурҡышынан ергә ауа ла төшә. Ҡарғаның быға бик иҫе китмәй. Иркенләп ултырып ала. Урманға ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнгәс, һунарҙа йөрөгән инә бөркөт оя ситенә килеп ҡунаҡлай һәм бәләкәсенә тип алып ҡайтҡан күстәнәсен Ҡарғаға һоғондора. Бик тәмләп ашап ҡуя быны Ҡарға. Бөркөт иһә ояға инеп, балама тымау төшөп ҡуймаһын тип, әлеге Ҡарғаны ҡанаттары аҫтына ала. Вәт, исмаһам, йылы. Әммә ҡарт Ҡарға күптән инде йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанға күрә, барыбер ойоп китә алмай. Уныһы ғәжәп түгел, ололарҙың йоҡлай алмай интегеүе билдәле бит инде. Тик Ҡарғаны, йоҡоһоҙлоҡтан бигерәк, бүтән хәүеф тә солғап ала. «Тиҙҙән таң атыр,— тип уйлай ул,— Бөркөт минең балаһы түгел икәнемде таныр. Шул саҡ нишләрмен? Ғүмерҙә лә ғәфү итәһе юҡ бит инде уның». Инә Бөркөт тә йоҡлай алмай. Төн таңға ауыша.
— Бындай һалҡынды күргән юҡ,— тип ҡуя Бөркөт, ҡауырыйҙары менән дер ҡалтырап.
Ҡарға ла һағая. Бер хәйлә уйлап табырға кәрәк бит инде. Таң атыр алдынан ул ҡапыл, тауышына сабый наҙы һала биреп:
— Бынан да һалҡын төн булғаны бар,— тип әйтеп һала.
Бөркөт ғәжәпкә ҡала. Нисек инде?
— Бынан да һалҡын төн булғаны юҡ. Һәр хәлдә, нисә йыл ғүмер итеп минең иҫемә төшмәй,— тигән була йомшаҡ ҡына.
— Юҡ, яңылышаһың,— ти Ҡарға.— Бынан да һалҡын төн булғаны бар. Ышанмаһаң, уң яҡ урмандағы Һайыҫҡандан һора!
Бөркөт аптырай төшә һәм, яңылышам микән ни, тип оянан осоп сыға ла Һайыҫҡанды эҙләп китә.
Ә Һайыҫҡан бер уң аяғын, бер һул аяғын ҡанат аҫтына тығып йылытып, ҡайын ботағында серем итә.
— Ғәфү ит мине,— тип өндәшә уға Бөркөт,— минең бер айлыҡ ҡына улым бар, шул, бөгөнгөнән дә һыуыҡ төн булғаны бар, тип бәхәсләшә. Һин хәтерләйһеңме? Мин — юҡ.
— Бөгөндән дә һыуыҡ төн булғаны юҡ,— тип яуаплай Һайыҫҡан.— Мин донъяла байтаҡтан бирле йәшәнем. Ете йылға бер тапҡыр тимер сымға томшоғомдо игәп ала торған ғәҙәтем бар. Әлеге сым бер игәрлек нәҙеклектә генә ҡалды. Бынан да һыуыҡ төндө хәтерләмәйем. Бәлки, анау, һул яҡ урманда йәшәгән Болан беләлер. Ул да күптәнән ғүмер һөрә.
Бөркөт, ҡанатын елпеп, һул яҡ урманға табан юл ала.
— Ҡарәле, Болан,— тип өндәшә Бөркөт,— минең бер айлыҡ ҡына улым, бөгөнгөнән дә һалҡын төн булғаны бар, тип бәхәсләшә. Уң яҡ урманда йәшәгән Һайыҫҡан ете йыл һайын суҡышын сымға игәй, инде сымы ла бер игәһә өҙөлөргә тора. Ул бынан һалҡын төндө хәтерләмәй. Бәлки, һин беләһеңдер?
— Мин,— тип яуап бирә Болан,— был урманда мең йыл йәшәйем. Йылға аша һалынған күперҙе күрәһеңме? Ул минең йыл да алыштырып торған Мөгөҙҙәремдән һалынған. Шунса ғүмер йәшәп, бынан да һалҡын төндө белмәйем. Ана шул йылғала Ҡондоҙ йәшәй, күҙҙәре лә насар күрә башланы, байтаҡҡы инде. Ул белмәйме икән?
Бөркөт йылғаға табан осоп китә. Унда яр ситендәге ҡыуаҡлыҡ аҫтына һыйынған Ҡондоҙ ҡойроғо менән балаларын һыуыҡтан ҡапларға маташа.
— Ҡондоҙ, һинең балаларың йыуаш күренә, ә минеке тиҫкәре,— тип һүҙен башлай Бөркөт.— Бер айлыҡ ҡынамын тимәй, бәхәсләшә: бөгөнгөнән һалҡын төн булғаны бар, ти. Һайыҫҡан ете йыл һайын суҡышын тимер сымға игәй, әле сымы бер игәрлек кенә ҡалып, нәҙекләнгән. Болан һул яҡ урманда мең йыл йәшәгән. Йыл һайын ташлаған мөгөҙөнән күпер һалғандар, әммә икеһе лә бөгөнгөнән һалҡын төн булыуын хәтерләмәй. Ә һин, һин һуң? Ҡондоҙ, хәтерләйһеңме?
— Мин хәтерләйем,— тип һүҙен башлай, бер аҙ уйланып торғандан һуң, Ҡондоҙ.— Бынан бик күп йылдар элек, мин бер һыуға инеп, бер ҡороға сығып төн үткәргәндә, бер саҡ таңға табан ҡойроғом боҙға йәбеште. Эй, тартам, эй, тартам, ысҡынып булмай. Шул саҡ мине Ҡарға күреп ҡалды. Ул боҙҙо суҡып мине ҡотҡарырға булды. Эй, суҡый, эй, суҡый! Бер заман был әллә яңылыш, әллә юрый минең уң күҙҙе суҡып алды. Бөгөнгөгә ҡарағанда ике тапҡыр һыуыҡ ине ул төндө.
«Ах!»— тип аҡылына килә шул саҡ Бөркөт.
Тик инде һалҡын ҡышта ла Уралиә иленә ваҡытында тәгәрәп килеп ингән ҡояш байтаҡ юғары күтәрелгән була. Ә Ҡарға... Бөркөттө нишләп көтөп ултырһын, ти, ул хәйләкәр.