Jump to content

Ай менән уйнайым. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Ай менән уйнайым
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2009 йыл. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010 • Хикәйә


Хикәйә

Кис еткәйне. Асман өләсәһе, әсәһе, еңгәһе менән урамға йөрөргә сыҡты.

Күктә йондоҙҙар балҡый, ҡыйпылсыҡ ҡына Ай йөҙә.

- Ниндәй матур төнгө күк, - тине Асмандың өләсәһе.

Еңгәһе лә, әсәһе лә өҫкә ҡаранылар ҙа:

- Эйе шул, - тиештеләр.

Асманға тун кейҙергәйнеләр, муйынына шарф бәйләп ҡуйғайнылар. Шуға ул башын артыҡ юғары күтәрә алманы. Саҡ өсөнсө йәше менән генә бара бит әле – көсө юғыраҡ.

Шулай ҙа йондоҙҙарҙы күрҙе.

- Күктә күҙҙәр ҡайһылай кү-ү-үп, - тине ул, аптырап.

Шунан ҡыйыҡ башына тейә яҙып торған Айҙы ла күреп ҡалды.

- Әсәй, миңә уны уйнарға алып төш, - тине малай, күҙе ҡыҙып.

- Ул бит бейек, минең уға буйым етмәй.

- Ә һин ҡыйыҡ башына мен дә ал.

- Ҡыйыҡ башынан ғына минең уға буйым барырбер етмәй. Ул би-ик бейектә. Унан һуң Ай әрпеш, тиҫкәре малайҙарҙы яратмай. Һин бит сығыр алдынан уйынсыҡтарыңды йыйыманың, әйткәнде тыңламаның. Ә Ай һине күктән ишетеп торҙо.

- Мин бүтәнсә уйынсыҡтарымды ташлап ҡуймам, Айҙы алып ҡына бир инде. Ул миңә кәрәк.

- Ай бөтәһенә лә кәрәк, балам, - тине шул саҡ өләсәһе Асманға. – Ул бит бөтәһенә лә яҡтылыҡ биреп тора. Һин уны уйнарға өйгә алып инеп китһәң, бөтә кеше Айһыҙ ҡаласаҡ бит. Ул шунда ғына торһон, йәме. Беҙ үҙебеҙгә пластилиндан Ай эшләп алырбыҙ.

Асман риза булды.

Өйгә ингәс, ул иң тәүҙә уйынсыҡтарын йыйып алды.

Шунан пластилиндан Ай эшләнеләр.

Ә күктән Ай Асманға йылмайып ҡарап торҙо.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.