Jump to content

Айҙар алышынғанда(хикәйә). Ғ.Ғәлиев

From Wikisource
Айҙар алышынғанда (хикәйә )
автор Ғ.Ғәлиев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Айҙар алышынғанда


 Август Сентябрҙең уйҙары менән ҡыҙыҡһынды.
— Хәлдәрең нисек? Нимәнән эште башларға йыйынаһың?
— Иң беренсе эшем — мәктәп ишектәрен шар асып ебәреү, — тине Сентябрь. — Шунан һуң инде бураларҙы, элеваторҙы ашлыҡ менән тултырам, картуф, йәшелсә алыу эштәрен бөтөрәм. Китергә тейешле ҡоштарҙы оҙатам, күктән тамсылар, ағастарҙан япраҡтар ҡоям. Йомран, алйырҙандарҙа ояларына ҡыуам.
Сентябрь үҙенең вәғәҙәһендә ныҡ торҙо. Уның эше һүҙенән айырылманы. Ул, ҡыр эштәрен бөтөрөп, Октябрҙе ҡаршыланы.
Октябрь ергә килеү менән, кешеләр йәйге кейемдәрен көҙгө кейемдәргә алмаштырҙылар. Өйҙәрҙе йылыта башланылар. Кәртә-ҡураларҙы ел-дауыл инмәҫлек, ямғыр үтмәҫлек итеп ҡарап сыҡтылар.
Октябрь үҙенең еүеш һәм һалҡынса һауаһы менән ерҙе ҡаплап торҙо ла бер көн китеп тә барҙы.
Юлда ул Ноябрь менән осрашты.
— Ьин киткәндә, кешеләр ни эшләп ҡалдылар? — тип һораны Ноябрь үҙенең туғанынан.
— Унда бик ҙур байрамға әҙерләнәләр. Мәктәп балалары матур шиғырҙар, хикәйәләр ятлайҙар.  
Шул көндә йырлау өсөн йырҙар, мәктәп сәхнәләренә ҡуйыу өсөн спектаклдәр өйрәнәләр. Был байрамды кешеләр минең исемем менән Октябрь байрамы тип атайҙар. Был байрам тураһында, туғанҡайым Ноябрь, балаларға һөйләрһең инде, — тип үтенде Октябрь.
Ноябрь башланып, бер аҙна үткәс, кешеләр ике көн байрам иттеләр.
Байрамдан һуң Ноябрь ерҙе ап-аҡ ҡар менән ҡапланы. Унан һыуытып ебәрҙе.

 


1988 йыл